Бөгөн, тәүге яҙғы өмәгә Башҡортостанда 100 меңдән ашыу кеше ҡушылды

Был турала  Республика  Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. "Ял көнөндә экологик акцияла ҡатнашыу өсөн ваҡыт табыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Яҙ етте, ике аҙнанан "Йәшел Башҡортостан" акцияһын башлайбыҙ. 49 мең ағас һәм ҡыуаҡ  әҙерләнде. Беҙҙең республика тағы ла таҙараҡ һәм  матурыраҡ булыуын теләйбеҙ", ти  Радий  Хәбиров.