Геройҙар онотолмай. Яңауылда бөгөн махсус операция барышында һәләк булған Артур Нәбиуллин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Ул Яңауыл ҡалаһында тыуып үҫкән. Ульяновскийҙа хеҙмәт иткән. Һуңғы төйәге лә шунда. Әммә яҡташтары уны онотмай. Батыр иҫтәлеге тыуған ҡалаһында мәңгеләштерелде. Сарала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты.