Башҡортостан ярҙамы. Өфөнән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына дүртенсе гуманитар ылау оҙатылды. Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанынан оло юлға сыҡҡан йөк машиналарын БЮТ каналының ижади төркөмө лә оҙатты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Миңлеғәле Шайморатовтың потреты төшөрөлгән 9 йөк машинаһы Салауат Юлаев майҙаны алдына йыйылды. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына тәғәйенләнгән дүртенсе гуманитар ылау юлға сыҡты. Алда уларҙы 2 меңдән ашыу километр юл көтә.
Йөк составында 180 тоннанан ашыу төҙөлөш материалдары, аҙыҡ -түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары. Водителдәргә теләктәрен еткереп, гуманитар ылауға стартты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров бирҙе.
Донбасс халҡына гуманитар ярҙам туплауға тотош республика халҡы, йәмәғәт ойошмалары һәм сәнәғәт компаниялары ҡушылған. Быға тиклем гуманитар ылауҙар 4, 18 март һәм 5 апрель оҙатылғайны. Унда кондитер ризыҡтары, һыу, шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм уйынсыҡтар ебәрелгәйне. Гуманитар йөк Донбасс халҡының ихтыяжын иҫәпкә алып туплана. Халыҡ республикаларының хакимиәттәре һорауы буйынса был юлы зыян күргән йорттарҙы тергеҙеү өсөн төҙөлөш материалдары ла оҙатылды.
Гуманитар миссия дауам итәсәк. Төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар, балалар әйберҙәре тупланасаҡ киләһе йөк автомобилдәр колоннаһын 19 апрелдә ебәреү күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова