Йыл һайын ойошторолған акцияға Башҡортостан халҡы ла ҡушылып, үҙ белемен һынап ҡараны. Быйыл акцияның үҙәк нөктәһе Ярославль ҡалаһына тура килде. Диктанттың тексын авторы – яҙыусы Марина Степнова үҙе уҡыны.
Өфөлә яҙма эш өсөн төрлө китапханаларҙа һәм уҡыу йорттарында махсус майҙансыҡтар ойошторолдо. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына 80-гә яҡын кеше йыйылды.
Диктантта ҡатнашыу буйынса сикләүҙәр юҡ, бында алдан рәсми сайтта теркәлергә мөмкин ине. Сара онлайн форматта ла барҙы. Мәғариф проекты граждандарҙың грамоталылығын арттырыуҙы, рус теленә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Рәзилә Ғиниәтуллина