Ишембай районы «Торатау» геопаркында үткән сарала туристар өсөн йәйге ял программаларын киңәйтеү, туристарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу юлдары барланды. Ил кимәлендәге рейтингта Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе икенсе урынға күтәрелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Яңы туристик программалар, ял урындарында сифатлы сервис һәм инвестициялар. Ошо һәм башҡа һорауҙар «Торатау» геопаркында ойошторолған кәңәшмәлә күтәрелде. «Торатау» геопаркы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инергә дәғүә итә. Бында Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзалары былтырғы ҡаҙаныштарын барлап, киләһе туристик миҙгелгә маҡсаттар билдәләне.
Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге ил кимәлендә юғара баһаланған – бөтә бүлексәләр араһында үткән рейтингта Башҡортостан Краснодар крайынан ҡала икенсе урынға күтәрелгән. Төбәктә туризм тармағын үҫтереү өсөн күп көс һалған ойошманың составы артҡан , апрелгә ҡарата ойошмала 342 хеҙмәткәр иҫәпләнә.
Һуңғы ике йылда Башҡортостанда туристар ағымы артыуы күҙәтелә. 2021 йылда 5 миллиондан ашыу турист ял өсөн республиканы һайлаған. Төйәгебеҙҙең хозур тәбиғәте, геопарктары һәм тарихи ҡомартҡылары ял итеүселәрҙе битараф ҡалдырмаған. Был күрһәткестәр иҡтисади әйләнешкә 13 млрд һум аҡса йәлеп иткән.
Флорида Ким