Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала бер юлы ике конкурсҡа йомғаҡ яһалды

«Күңелемдең нескә ҡылдары сыңлай» тип исемләнгән әҙәби-художество бәйге ауыр хәлдә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр араһында бишенсе тапҡыр үткәрелде. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында әҙәби ижадҡа һәләтлеләрҙе асыҡланы.

Бынан тыш, йәш шағирҙарҙың «Мцыри» 18-се Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре тәбрикләнде. Башҡортостандан дүрт ижадсы жюри рәйесе «Рус әҙәби йәмғиәте» рәйесе, «Мцыри» Бөтә Рәсәй йәш шағиҙар фестивале директоры Александр Чистяков ҡулынан Мәскәүҙә абруйлы конкурс финалында оҫталыҡ дәрестәрендә сығыш яһау өсөн саҡырыу алды.

Гүзәл Борханова