Бабич рухы классик музыка менән берләшә

Билдәле композитор Айрат Ғайсин шағирә Тамара Юлдашеваның либреттоһына ария яҙа. Ул ижадсының опералағы беренсе эше. Ә хеҙмәт багажы тос. Улар араһында башҡорт халыҡ ижадына таянып яҙылған симфония поэмалары айырым урын биләй. Айрат Рәшит улы бөгөн 60 йәшен билдәләй. Юбиляр замандашыбыҙ тураһында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин яҙмаһында.

Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары башҡарыуында ария. Тиҙҙән башҡорт операһы тулыланасаҡ яңы әҫәр әле яҙылыу өҫтөндә генә. Шуға ҡарамаҫтан, «Шәйехзада» либреттоһында эш ныҡлы алып барыла. Ул композитор Айрат Ғайсиндың беренсе опера әҫәре.

Опера арияларының береһе тыңланғандан һуң, артабан сәхнә түрен оркестр сығышы биҙәй. Ул Айрат Ғайсиндың күңел биреп башҡарған төп эштәренең береһе. Һәр музыканттың нотаһын композитор күңеле аша үткәреп тыңлай. Төҙәтеүҙәр ҙә юҡ. Әҫәр яҙылған ваҡытта уҡ хаталарһыҙ ижад ителгән. Айрат Рәшит улының музыка донъяһына килеүенең үҙ тарихы. Әбйәлил районының 17-се һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштереп, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләгән ул. Артабан Свердловскиҙың Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Тик сәнғәткә булған ынтылыш Айрат Рәшит улын Учалы ҡалаһының музыка училищеһына алып килә.

Бөгөн Айрат Ғайсин Башҡортостан композиторы. Ул ижад иткән йыр-моңдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Башҡорт халыҡ ижадына таянып яҙылған әҫәрҙәре айырым урын алып тора. Бөгөн улар балалар музыка мәктәптәрендә өйрәнелә. Ә ул композитор өсөн юғары бейеклек.

Азат Ғәлиуллин