Республикаға Күмертауҙа эшләнгән КА-32 А11 ВС вертолеты тапшырылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, тәбиғәт янғындарын һүндереү һәм башҡа ҡотҡарыу операцияларында файҙаланыласаҡ вертолет Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса етештерелде. Тантанала вертолет һауаға күтәрелеп күрһәтмә сығыш яһаны. Яңы техника башҡаларынан нимәһе менән айырыла? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.

Күмертау авиация етештереү предприятиеһының яңы вертолеты ябай осоштар яһамаясаҡ. Ул – ҡотҡарыусы вертолет. КА-32 А11 ВС Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты өсөн етештерелде.

Быға тиклем ҡотҡарыусылар ҡоро ерҙән һәм һыуҙан ғына ярҙамға килә алһа, хәҙер һауанан да мөмкинлек бар. Бындай ҡеүәтле вертолеттың кәрәклеге былтырғы йәйге тәбиғәт янғындары ваҡытында үҙен белдерҙе.

Вертолет 4 мең литр һыу һәм 400 литр күбек һыйҙырышлы. Һыу ятҡылығынан бакты 1 минут эсендә тултырырға мөмкин. Ҡатмарлы һауа шарттарын алдан асыҡлау өсөн метеорадар менән йыһазландырылған. Көслө елдә, тауҙарҙа, кеше аяғы барып етә алмаған урындарҙы күктән күҙәтә ала.

Һанлы система менән һыуҙы төрлө күләмдә асырға була. Ҙур йөктәрҙе ташыуға тәғәйенләнгән элмәге лә бар.

КА-32 янғын һүндереүҙә генә түгел, эҙләү- ҡотҡарыу эштәрендә һәм яҙғы ташҡын мәлендә боҙ тығындары булырҙай хәүефле урындарҙы мониторинглау өсөн ҡулланыласаҡ. Был эшкә иртәгәнән тотонабыҙ тине, ведомство етәксеһе вертолетты ҡабул итеү тантанаһында.

Яңы вертолет менән идара итеү өсөн дүрт пилот Мәскәү һәм Хабаровский ҡалаларында уҡып ҡайтҡан. КА-32 «Транспорт навигация үҙәге» ҡарамағында була.

Радий Хәбировтың ҡотҡарыусылар өсөн вертолет етештереү ҡарары бик ваҡытлы булды. Яңы вертолеттың мөмкинлектәре – берҙәм эш һөҙөмтәһе. Күмертау авиация предприятиеһы яңырыу осоро кисерә. Беҙ тағы ла ошондай уҡ вертолет сығара алабыҙ тип ышаныслы әйтә алам.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры

Күптән түгел генә, предприятие бөлгөнлөк сигенә еткән һәм ике йыл элек Күмертау авиация предприятиеһында заказдар менән ҡатмарлыҡтар булһа, был мәсьәлә тулыһынса ябылған. Республика етәкселеге заводты һаҡлап ҡалыуға һәм үҫеш этабына сығарыуға өлгәште. «Ростех» корпорацияһына ингән «Рәсәй вертолеттары» холдингы һәм уның етәксеһе Анатолий Сердюков ярҙамында хәл тотороҡландырыуға өлгәшелгән. Республикала берлектәге эш төркөмө ойошторолған. Башҡортостандың махсус эшсе төркөмөн Радий Хәбиров етәкләне.

Аңлауымса, бындай төрҙәге вертолеттар киләсәктә лә етештереләсәк. Ғөмүмән, Рәсәй вертолеттары, завод алдында ҙур мәсьәләләр тора. Предприятие коллективын, республиканы иҫтәлекле көнө менән ҡотлайым.

Анатолий Сердюков, «Ростех» индустриаль корпорацияһы директоры

Яңы вертолетты файҙаланыуға тапшырыу завод ойошторолоуға 60 йыл тулыу уңайынан үтте. Ҡотҡарыусы вертолеттың бер игеҙәге иһә быйыл уҡ етештерелер тип көтөлә.

Рәмилә Исмәғилева