“Алға” транспорт картаһы менән Ырымбурҙа ла файҙаланып була

Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе йәмәғәт транспортында түләү системаһын берләштерҙе. Уға ярашлы, “Алға” картаһы күршеләрҙә лә ғәмәлдә була, ә Ырымбурҙағы транспорт картаһы менән беҙҙә ҡулланырға мөмкин. Проектҡа ике төбәктән 5 меңдән ашыу йәмәғәт транспорты ҡушылды. Киләсәктә Пермь крайы, Силәбе өлкәһе, Татарстан һәм Удмурт республикаһы менән дә шундай килешеү төҙөү ҡарала.