Халыҡты диспансерлаштырыу дауам итә

Быйыл 1 миллиондан ашыу кешенең һаулығын тикшереү ҡарала. Әле 183 мең самаһы кеше табиптарға күренгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева белдерҙе. “Йыллыҡ пландың 17 проценты үтәлде”, тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ауыл халҡын күсмә медицина бригадаһы белгестәре тикшерә. “Сәләмәтлек поездары” 18 апрелдә юлға сыға. Уларға уңышлы эшләү өсөн тейешле шарттар булдырыу, табипҡа күренергә теләгән халыҡты транспортта килтереүҙе ойоштороу мөһим”, - тине Республика етәксеһе Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Сәләмәтлек поездары” алты маршрут буйынса йөрөй. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.