Өфөлә йәмәғәт транспортында юл хаҡы арта

15 апрелдән “Башавтотранс” компанияһы автобустарында ҡулаҡса йәки банк картаһы менән түләү – 33 һум, “Алға” транспорт картаһы менән 28 һум була, экспресс режим – 40 һум. Шәхси пассажир компаниялары ла хаҡты күтәрә. Ул 35 һум була. Яғыулыҡ, запас частар, транспортты хеҙмәтләндереү һәм лизинг түләү ҡиммәтләнеү сәбәпле – билетҡа хаҡ арта.