Башҡортостанда коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә «Вордскилс Раша» һөнәри оҫталыҡ чемпионатына һайлап алыу этабы үткәрелде. Уға ярашлы, республика колледждарында белем алыусы өс конкурсант Рәсәй кимәлендәге бәйге финалына үтте. Өфө, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында уҡыусы егеттәр Саранск ҡалаһында ойоштороласаҡ чемпионатта көс һынашасаҡ.
Һынау этабының бер өлөшө Өфө архитектура,төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында ла уҙҙы. Уҡыу йортонда оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сарала студенттарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә асыҡ вакансиялар тәҡдим ителде.
Флорида Ким