Хәйбуллала «Кәсеп – айыҡлыҡ нигеҙе» беренсе төбәк-ара кәсепселәр форумы үтте

Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Кәсеп – айыҡлыҡ нигеҙе» исеме аҫтында беренсе төбәк-ара кәсепселәр форумы үтте. Унда Башҡортостандың Урал аръяғы райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән өс тиҫтәнән ашыу кәсепсе ҡатнашты. Сара сиктәрендә ҡул эштәре күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Үҙ ҡулдарың менән йыйылған техника күпкә ышаныслыраҡ. Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы вездеход, трактор ҡороу менән шөғөлләнгән кулибиндары менән дан тота. Биләмәлә ағас, тимер эше оҫталары, умартасылар ҙа күп. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә тос өлөш индергән алтын ҡуллы замандаштарыбыҙ хеҙмәтенә айырыуса хайран ҡалырлыҡ.

Мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған күргәҙмәлә септә һуғыу, сыбыртҡы, йүгән үреү нескәлектәре менән яҡындан танышырға мөмкин ине. Клуб эсендә иһә кейеҙ баҫыу, милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Гүзәл заттар һуҡма шәл кәсебен дә йәнләндергән.

Дебет шәлдәр – үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Ҡул эштәре күргәҙмәһендә Йылайыр, Ейәнсура райондары, Ырымбур өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашты.

Мәҙәниәт йортонда милли кейем өлгөләренән, башҡорт шәлдәренән торған дефиле күрһәтелде. Урындағы фольклор коллективтар йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Күләмле сараға Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ла тамаша ҡылды.

Кәсеп – айыҡлыҡ нигеҙе. Хәйбулла районында үткән Беренсе төбәк-ара кәсепселәр форумы сиктәрендә боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеү, үҫтереү, камиллаштырыу буйынса саралар планы билдәләнде. Кәсепселәр берекмәһен ойоштороу, оҫталар реестырын төҙөү, уларҙың эштәрен төрлө кимәлдәге конкурсттарға сығарыу кеүек маҡсаттар ҡуйылды. Әйткәндәй, төбәктә күләмле форум уҙғарыу башланғысы менән Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәүселәр сыҡҡайны. Вәзәмдәр «Айыҡ ауыл» конкурсының финалында ҡатнаша.

Бәләкәй Арыҫланғолда берҙәм, тырыш халыҡ йәшәй. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүҙән тыш, улар йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә һаҡлап йәшәй. Фольклор, үҙешмәкәр коллективтары менән дан тота. Уңыш нигеҙе – айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙа.

Гөлназ Хәйбуллина