11 апрелдә концлагерь тотҡондарын азат итеү көнө билдәләнә

Иҫтәлекле сара уңайынан федераль именлек хеҙмәте идаралығы ветерандары мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Асыҡ дәрестә улар йәш быуынға илһөйәрлек, концлагерь ҡорбандарының яҙмышы тураһында һөйләне.

Уҙған быуатта фашистар тарафынан 14 меңләп концлагерь ойошторолған. Халыҡ араһында «Үлем фабрикаһы» тип аталған концлагерь аша 18 млн кеше үткән. Уларҙың биш миллионы совет граждандары булған.

Флорида Ким