Сәхнәлә – ауыл таланттары...

Март аҙағында республика район-ҡалаларында йылдағыса үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының смотр- конкурсы башланды. Баймаҡта мәҙәни саралар быйыл «Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ» йылына арналған. Киләһе яҙма райондың Күсей ауылынан әҙерләнде.

Вәсилә Сафина хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың бер мәҙәни сараларынан да ҡалмай. Уның моңло тауышын ауылдаштары яратып ҡабул итә. Бала сағынан йыр-моңға әүәҫ ханым ретро , эстрада йырҙарын яратып башҡара. Олоғая килә халыҡ йырҙарына ла күңел тартыла,ти ул.

Күсей ауылы таланттарға бик бай. Республика, Рәсәйҙә билдәле булған ауылдаштары менән улар ғорурлана. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналған смотр-конкурсына улар үҙҙәренең яҡташтары яҙған шиғырҙарҙы, йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе башҡарҙы.

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл смотрҙа ауыл биләмәләре генә түгел, ә һәр ауыл клубы ҡатнаша. Тимәк, 53 мәҙәниәт усағы халыҡ таланттарын сәхнәгә сығарасаҡ. 7 апрелдән 13-сөнә тиклем финалға сыҡҡан үҙешмәкәр артистар Халыҡ ижады үҙәгендә сығыш яһаясаҡ.