Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Ведомство етәксеһе Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән ултырышта башҡорт телендә сығыш яһаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда 112 системаһы 2019 йылда индерелде. Ошо осорҙан башлап 7 миллиондан ашыу шылтыратыу эшкәртелгән. Үҙәккә көн һайын 7 мең самаһы мөрәжәғәт ҡабул ителә. Системаны камиллаштырыу һәм мөмкинлектәрен арттырыу буйынса даими эш алып барыла. Фәрит Ғүмәров дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФәрит Ғүмәров белдереүенсә, 112 системаһына ялған хәбәр еткереүселәр ҙә бар. Бер йыл элек бөтә хәбәрҙәрҙең 37 процентты дөрөҫлөккә тап килмәһә, быйыл был күрһәткес 19 процентҡа ҡалған. 112 системаһы тәүлек әйләнәһе эшләй.