Уҙған аҙнала халыҡтан 4 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Юлдар темаһы беренсе урында килә. Кешеләрҙе соҡорҙарҙы ямау, юлдарҙы ремонтлау, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Артабан, тирә-яҡты төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, хәүефһеҙлек һәм төҙөлөш темалары урынлашҡан. Йәмәғәт транспорты, социаль хеҙмәтләндереү, медицина, мәғариф, иҡтисади һәм бизнес мәсьәләләре лә халыҡ өсөн көнүҙәк булып ҡала.