Республика етәксеһе хакимиәт алып барған эш күрһәткестәренән ҡәнәғәт түгел. Проект яртылыш ҡына әҙер. Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа Баймаҡҡа юлланырға һәм төҙөкләндереүҙә килеп тыуған проблемаларҙы асыҡларға ҡушты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАлан Марзаев белдереүенсә, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу федераль программаһы буйынса 8 проектҡа ла өҫтәмә аҡса кәрәк. Бының өсөн 200 миллион һум талап ителә. Сметалағы үҙгәрештәр төҙөлөш материалдарына хаҡ артыу менән аңлатыла.