Кешеләр ашығыс хеҙмәттәрҙе “бер тәҙрә” принцибы буйынса саҡырта ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, системаны камиллаштырыу һәм мөмкинлектәрен арттырыу буйынса даими эш алып барыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала “112” системаһының мобиль ҡушымтаһы булдырыла. Өфө, Белорет, Нефтекама, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларында Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте диспетчерын саҡырыу төймәләре булған домофондар һынау үтә. Бынан тыш, баш ҡалала “аҡыллы” туҡталыш павильондарын 112 системаһына тоташтырыу бара.