«Айыҡ ауыл» республика конкурсында Ейәнсура данын Байдәүләт ауылы яҡлаясаҡ

Тап ошо бәләкәй генә, әммә үҙенең әүҙемлеге, дәрте, таланттарға байлығы, әхлаҡи тәрбиәһе, сәмле халҡы менән ҙур ҡалаға тиң ауыл район күләмендә уҙғарылған конкурста еңеп сыҡҡан. Хәйер, Байдәүләттәр өсөн «Айыҡ ауыл» эскелек менән көрәш сараһы ғына түгел. Улар был конкурсҡа күпкә киңерәк ҡарашта.

Бәләкәй генә сәбәпте лә Байдәүләттәр ҙур байрамға әйләндерә. Аптырайһы түгел, ауылды ҙур бер һәүәҫкәр оркестр тип атарға мөмкин. Гармунды ла бында һәр йортта тиерлек уйнайҙар. Башҡа клубтарҙа күректәр күптән йыртылһа, Байдәүләттә әлегәсә гармунға баҫалар.

Уйын-көлкө, йыр-бейеү ойоштороу һис тә генә кәйеф-сафа ҡорорға яратыу тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, ауылда йәшәүселәр профессиональ, юғары сәнғәткә ынтыла. Әлфиә Мырҙабаева, мәҫәлән, «Ирәндек моңдары» конкурсы еңеүсеһе. Хәҙер ул ауылда бүләк-автомобилдә елдерә.

Дөрөҫ, ауылдың даны – эшһөйәр халҡы. Эргә-тирәлә уҙғарылған йәрминкәләрҙә Байдәүләт ҡараған ауыл советы, ғәҙәттә, иң ҙур майҙанды биләй. Бал, һөт ризыҡтары, данлыҡлы Ейәнсура шәлдәре – һатыуға сығарылған тауарҙың бер өлөшө генә. Йәғни Байдәүләт ысын мәғәнәһендә Бай һәм үҙе бер дәүләт шикелле. Хәҙер инде икеләтә. Күптән түгел улар район кимәлендә уҙғарылған «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп сығып аҡсалата премия алды.

Үрнәк күреп үҫкән йәш быуын да дөрөҫ тәрбиәлә. Байдәүләттең бер төркөм йәштәре ауылдағы иҫке төҙөлөштө яңыртырға ҡарар иткән. Клуб, кафе, күңел асыу урыны түгел, ә иман йортон тергеҙгән.

Бөгөн мәсеттә ауылдың яңы кешеләренә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылып исем ҡушыла. Гәүһәр – һуңғы йылда ғына тыуған етенсе бала. Тимәк, ауылдың киләсәге бар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу – потенциалды үҫтереү, социаль , иҡтисади яҡтан да нығытыу мөмкинлеге. Ейәнсура районы хакимиәте был башланғыстарҙы хуплап, мунициаплитет кимәлендә лә приз фонды булдырған.

Ауылы төҙөк, күңеле көр халыҡҡа инде йыр-бейеүгә лә урын бар. Тап шуның өсөн дә бәләкәй генә сәбәп тә Байдәүләттә ҙур байрамға әйләнә.

Айнур Кәбиров