Сарала Федераль власть органдары хеҙмәткәрҙәре, республиканың диңгеҙ йыйылышы һәм хәрби бәрелеш ветерандары, юнармеецтар, кадеттар һәм курсанттарҙан торған 20 парад расчеты, йәғни мең ярымлап кеше ҡатнашты. Бөйөк Еңеүҙең 77-се яҙына арналған байрамға быйыл беренсе тапҡыр Эске эштәр министрлығының кинологтар хеҙмәте менән һыбайлыларҙың да ҡушылыуы көтөлә.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, улар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов кавалерияһын һынландырыу өсөн махсус йыйылған. Ә инде 5-се һәм 7 майҙа Еңеү парадының дөйөм репетицияһы Өфөнөң Ленин майҙанда үтә. Унда йәйәүлеләр менән бергә хәрби техникалар ҡатнашыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин