Ғилми тәжрибә туплау маҡсатында

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ун йылдан ашыу Рәсәй һәм сит ил вуздары менән ғилми хеҙмәттәшлек итә. Был юлы Өфөлә Алтай, Ҡаҙағстан юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар стажировка үтә. Улар ғилми хеҙмәттәре өсөн мәғлүмәт йыя, башҡорт мәҙәниәте һәм фольклоры мәнән яҡындан таныша. Республика ҡунаҡтары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһы уҡыусылары онотолоп барған кәсеп менән шөғөлләнә. Улар кейеҙ баҫыуҙың ике төрөн үҙләштереп, төрлө уйынсыҡтар һәм картиналар эшләй. Уртаса формалағы әйбер эшләү өсөн яҡынса бер аҙна талап ителә, ти гимназистар. «Ете ҡыҙ» композицияһы иһә – иң сағыу экспонаттарҙың береһе.

Гимназия уҡыусылары кейеҙ баҫыу ғына түгел, ултырғыс түшәктәре бәйләү менән дә ҡыҙыҡһына. Таштарҙы биҙәү айырым урын алып тора. Үҙенсәлекле сувенирҙар баш ҡалабыҙҙың билдәле урындарына бағышланған. Ошо һәм башҡа эштәр менән Алтай һәм Ҡаҙағстан республикалары ҡунаҡтары танышты. Улар Башҡортостанға ғилми хеҙмәттәшлек сиктәрендә килгән.

Өфө ҡалаһы ныҡ оҡшаны, урамдары матур һәм таҙа. Мин бында беренсе тапҡыр. Мәҙәни урындар һәм музейҙар күп икән, унда башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыҡ. Был мәғлүмәт минең ғилми хеҙмәтем өсөн бик кәрәкле.

Раушан жазыкова, К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә университеты докторанты

Раушан Жазыкова Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында докторлыҡ диссертацияһы өсөн мөғлүмәт йыя. Ғилми эҙләнеүҙәрҙән тыш, стажировка үтеүселәргә бай мәҙәни программа төҙөлгән. Улар Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә 20-се ҡала гимназияһында ойошторолған республика фестивалендә лә ҡатнашты.

Фестивалдә төрки халыҡтарҙың фольклор өлгөләрен күрһәтеү төп урынды алып торҙо. Ғилми хеҙмәттәшлек сиктәрендә Башҡортостан студенттары ла майҙа Таулы Алтай ҡалаһына юлланырға иҫәп тота.

Әлфинә Килдейәрова