Башҡортостанда хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн 895 миллион һум бүленә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, программала санкция шарттарында зыян күргән ойошмалар ҡатнаша ала. Ваҡытлыса эшмәкәрлеге туҡтатылған компания хеҙмәткәрҙәре икенсе ойошмаға эшкә күсерелә. Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торған кешеләрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү мөмкин. Уларға автомобиль юлдарын ремонтлау, ауыл хужалығы, төҙөлөш, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, социаль хеҙмәт күрһәтеү тармаҡтарында эш тәҡдим ителә. Бынан тыш, эшһеҙҙәр йәки эштән бушатыу янаған хеҙмәткәрҙәр икенсе һөнәргә уҡый ала. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт