Башҡортостандан 143 архитектор Өфөләге Евразия китапханаһын проектлауҙа ҡатнашырға әҙер

Улар Республика Башлығы Радий Хәбировҡа хат яҙған. "Был объект Өфө танытҡан урындарҙы береһе булырға тейеш", тиелә мөрәжәғәттә. Евразия китапханаһын Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы алдынан төҙөү көтөлә. Эштәр быйыл башлана. Яңы объект төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу урыны ла буласаҡ.