Илдә быйыл яңыртылырға тейешле водитель танытмаһын ҡулланыу ваҡыты оҙайтылды

Был турала Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тейешле ҡарар донъя күргән. Уға Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Эксперттар белдереүенсә, документ 5 миллионға яҡын водитель танытмаһына ҡағыла.  Санкция шарттарында яңы сара индерелеүе күптәр өсөн ҙур ярҙам буласаҡ, тигән фекерҙә автобелгес Хәлим Әйүпов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яңы ҡарар быйыл һәм киләһе йылда алмаштырылырға тейеш водитель танытмаларына ҡағыла. Улар автомат рәүештә оҙайтыла. Водитель танытмаһы 10 йылға бирелә.