Көнсығыш биҫтәлә урынлашҡан 20-се торлаҡ йорт 2016 йылда төҙөлә башлай. Арзан хаҡына ҡыҙығып, 45 кеше фатир һатып алып та өлгөрә. Ләкин төҙөлөш туҡтай, ә төҙөүсе компания банкрот тип иғлан ителә. Проблемалы объект менән өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды шөғөлләнә башлай. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Яҙ ҡояшы ҡыҙҙырған кеүек эштәрҙең дә бында ҡыҙған мәле. 4 йылға яҡын тынлыҡтан һуң, төҙөлөш майҙанында техника гөрләй. Әле 7 подъезлы йорттоң 4-е күтәрелгән, уларҙың ҡыйығы ябыла башланған.
Салауат ҡалаһының Көнсығыш биҫтәһендә урынлашҡан был йортто «ТехСтройСервис» компанияһы 2016 йылда уҡ төҙөй башлай. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдында бурысын үтәй алмай ойошма банкрот тип иғлан ителә. Торлаҡ йорт Проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрына индерелә. 2021 йылдың ноябрендә төҙөлөштө тамалау маҡсаты «Салауат торбалар компанияһы»на йөкмәтелә.
Алдағы айҙа электр линияларын монтажлау, стена-иҙәндәрҙе штукатурлау эштәре башланасаҡ. Подрядсы ойошма йорт биләмәһен дә төҙөкләндерергә бурыслы. Бында балалар һәм спорт майҙансығы, парковка урындары булдырыласаҡ.
Күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылыу менән Салауат ҡалаһында алданған өлөшсөләр мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк. 2016 йылдан алып фатир көтөүселәр яңы йылға ҡарай өй туйлар тип көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова