Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡабаҡ тимер-бетон заводы етештереү ҡеүәтен арттыра

Күп ҡатлы йорт төҙөлөшө өсөн етештерелгән материалдарға өҫтәп, бөгөн предприятие яңы төр продукция өҫтөндә эш башларға йыйына. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡабаҡ тимер-бетон заводында эш тәүлек әйләнәһенә тынмай. Миҙгелгә бәйле, заказдар ҙа бик күп. Эшсе ҡулдарға ла ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Шуға ла производство ҡеүәтен арттырып эшләй. Рәзилә Ғәйнуллина предприятиела бер йыл самаһы. Шуға ҡарамаҫтан ул бөгөн эш тәжрибәһен етәрлек кимәлдә туплаған.

Тап коллектив менән башҡарылған эш отошло булыуына ишара. Берәүҙәр каркастан ҡатып сыҡҡан төҙөлөш материалын алғанда, икенселәр шул арала тимерҙәрҙе майлап та ҡуя. Ул тимер-бетон ҡатнашмаһы каркасҡа йәбешмәһен өсөн махсус эшләнелә.

Тимер-бетон продукцияһына сеймал республика карьерҙарынан алына. Шуға ла был тәңгәлдә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй, ти предприятие етәкселеге. Былтыр завод шулай уҡ производство күләмен арттырыуға Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программа субсидияһын алыуға өлгәшкән.

Әйткәндәй, предприятиела быйыл тағы бер яңы цехтың файҙаланыуға тапшырылыуы көтөлә. Әлеге иҡтисади шарттар ҙа заводҡа бер нисек тә йоғонто яһамай, ә киреһенсә етештереү ҡеүәтен ике тапҡыр арттырып эшләргә ирек бирә.

Азат Ғәлиуллин