Белгестәр ҙур һыу менән бәйле эҙемтәләрҙе кәметеү, халыҡты һыу баҫҡан участкаларҙан күсереү өҫтөндә эшләй. Ташҡын хәүефе янаған биләмәләрҙә иҫкәртеү саралары үткәрелә, зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Козарес биләмәһендәге йорттарҙы һыу баҫҡандан һуң йорт хужалары ҡотҡарыусыларҙы саҡыртҡан. Зыян күреүсе граждандарҙың исемлеге төҙөлә, талап ителгән осраҡта уларға медицина ярҙамы күрһәтелә. Хәйер, был студенттар ҡатнашлығында ҡаралған сценарий буйынса үткәрелгән уҡыуҙар.
Өфөлә 4 меңгә яҡын йортто һыу баҫыуы ихтимал, шуға ла баш ҡалала ташҡын эҙемтәләрен кәметеү, граждандарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барыла. Зыян күреүселәрҙе ҡотҡарыу өсөн ҡаралған транспорт саралары тикшерелә. Бөгөнгө көнгә баш ҡалала бер йортто һыу баҫҡан осраҡ теркәлгән.
Граждандарҙы эвакуациялау, йәшәү, медицина пункттары ойоштороу, уларҙы хәүефһеҙ урынға күсереү өсөн транспорт әҙерләү кеүек мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә ҡала. Һыу баҫҡан осраҡта бәләгә тарыусыларға 112 һандарына шылтыратып ҡотҡарыусыларҙы саҡыртырға кәрәк.
Флорида Ким