Атайсалды ҡайғыртып. Белорет районында яҡташлыҡ көсө проекттары ярҙамында урындағы инфраструктура яңыра. Асы ауыл биләмәһендә мәҫәлән, урындағы эшҡыуар хоккей коробкаһы эшләргә ярҙам иткән. Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән йүнсел «Атайсал» проекты сиктәрендә таҡта бүлгән.
Коробканы ауылдаштар өмә ярҙамында эшләгән. Ҡышҡыһын бында хоккей турниры уҙғарыу мөмкинлеге булһа, йәйгелеккә волейбол һәм мини футбол буйынса ярыштар уҙғарыу планы бар, ти Асы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Йосопов.
Сермән ауыл биләмәһендә «Атайсал» заманса балалар майҙансығы төҙөргә мөмкинлек биргән. Проект спорт йыһаздарын етештереү заводы ярҙамында бойомға ашырылған. Ауыл балаларына хәҙер ҡаланыҡынан ҡалышмаған уйын шарттары бар. Кескәйҙәр генә түгел, ололар ҙа бында күңелле итеп ваҡыт уҙғара ала.
Майҙансыҡтың уртаһына милли орнамент менән биҙәлгән ағас тирмә ҡуйылған. Унда теләгән һәр кем сатраш, шашка, йә домино уйнай ала. «Атайсал» проектын завод етәкселеге Сермән ауылы аҡһаҡалы Солтан Сиражетдинов иҫтәлегенә бағышлаған. Майҙансыҡты эшләүгә барлығы 1 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.