Киләсәккә хат яҙам. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала танылған журналист Гөлдәриә Йосопованың ошондай исем аҫтында донъя күргән китабының исем туйы үтте. Сарала Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙының ижадтар дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары йыйылды. Кисәне авторҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар биҙәне. Тулыраҡ БЮТ каналы киләһе яҙмаһында.
Күңел кисерештәре, уйланыуҙар, донъяға булған һөйөү. Гөлдәриә Йосопованың «Киләсәккә хат яҙам» китабына нескә хис-тойғолар ҙа, тәбиғәттең хозур мәлдәре лә, тормоштағы ваҡиғалар хаҡында уй-фекерҙәр ҙә һыйған. Йыйынтыҡҡа төлө йылдарҙа яҙылған 200-гә яҡын ижад емеше ингән. Һәр береһе ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле. Донъяға бер ҡатлы бала күҙҙәре менән баҡҡан мәктәп йылдары ла, ярһыу йәшлек мәле лә, тормош тәжрибәһе менән һуғарылған олпат осор ҙа.
Гөлдәриә Йосопова Федоровка районының Бала Сытырман ауылы ҡыҙы. Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, бар ғүмерен тыуған республикаһына, журналистикаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған шәхес. Телевидениелағы 30 йылға яҡын эшмкәрлегенең төп өлөшө Яңылыҡтар менән бәйле.
Яңылыҡтар-аныҡ аҡыл, теүәллек, тиҙлек талап иткән хеҙмәт. Ул урғылып торған вулкан һымаҡ, ваҡиғалар ҡайнап һәм йәшен тиҙлегендәй алмашынып тора. Ә шиғриәт ул-күңел талабы, ул-киләсәккә уй-кисерештерҙән торған хат.
Гөлдәриә Йосопова – лирик ижадсы. Әммә «Яңылыҡтар» уртаһында ҡайнаған кешенең тормоштағы хәл-ваҡиғаларға битараф ҡалыуы мөмкин түгел. Йыйынтыҡта Ҡара диңгеҙ өҫтөндәге авиаһәләкәт, Омскиҙа казарма емерелеүҙән һуң тыуған тетрәнеү тулы шиғырҙар ҙа, Палдискиҙа Салауат Юлаев һәйкәле асылыу, Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй геройы исеме бирелеү айҡанлы ғорурлыҡ менән һуғарылған ижад емештәре лә бар.
Танылған журналист, һәләтле ижадсы, талапсан педагог. Гөлдәриә Йосопова өсөн үрләй алмаҫтай бейеклектәр юҡ. Ул «Яңылыҡтар» сығарылыштарын әҙерләргә лә, хис-тойғоларын шиғри юлдарға һалырға ла, үҙен проза өлкәһендә һынарға ла, Башҡорт дәүләт университеты студенттарына лекциялар уҡырға ла өлгөрә. Сөнки Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙының замандаштары менән бүлешерлек, киләсәк быуынға әйтерлек һүҙе бар.Тормош тәжрибәһе, тәрән аҡыл һәм моң менән һуғарылған һүҙе.
Рәмзиә Кәримова