Йомарланған тупраҡ ырғытҡан саҡта ҡойолоп төшһә, дым ҡаплауға тотонорға мөмкин. Ейәнсура районының «Луч» хужалығы яҙғы баҫыу эштәренә тотонор алдынан халыҡ һынамыштарына ла таяна. Сәсеү етди кампания, шуға күрә ололар һүҙенә, тәбиғәт күренештәренә лә иғтибар итергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта технологияларҙы ла теүәл үтәргә тырышабыҙ, ти аграрийҙар.
Был осор егерменсе апрелгә тура килер, ти «Луч» хужалығы агрономдары. Ауыл эшсәндәренә быйыл 1640 гектар ерҙә төрлө культуралар сәсеү бурысы тора. Шул иҫәптән 800 гектары бойҙайға бүленә. Ошо иртә культура былтырғы ҡоролоҡ шарттарында ярайһы уҡ уңыш бирҙе, ти аграрийҙар. Бынан тыш көнбағыш, арпа кеүек юғары килемле культуралар ҙа сәселә. Ужым да өмөтлө баш ҡалҡытҡан. Беҙҙең район өсөн иң мөһиме дым булһын, ти хужалыҡ етәксеһе.
Яҙғы баҫыу эштәренә тотоноуға техника тулыһынса әҙер. Эшселәр сәскестәрҙе майлап, нығытып, көйләү менән мәшғүл. Сит илдең санкциялары бер нисек тә ҡурҡытмай, ти механизаторҙар. Луч хужалығы техника ремонтлауға тулыһынса үҙ көсөнә таяна. Сит ил техникаһы ла күптән инде урында ремонтланған деталдәр менән алыштырып бөтөлгән.
Бәлки, шуғалыр ҙа хужалыҡ ихатаһында тимерҙән эшләнгән бер генә кәрәкмәгән әйбер ҙә ятмай. Барыһы ла эшкә егелә. Хәйер, был күренеш яңы техника алмайҙар тигәнде аңлатмай. Луч хужалығы һиҙенгәндәй хаҡтар күтәрелгәнсе тиклем ике өр-яңы Акрос алып ҡалған. Тимәк былай ҙа күп көс түгеп үҫтерелгән ашлыҡ, мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алынасаҡ.
Айнур Кәбиров