Радий Хәбиров һәм Олимпия уйындары чемпионы Светлана Хоркина Өфөлә Гимнастика үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Яңы спорт комплексы Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса төҙөлдө. Гимнастика үҙәге бөтә талаптарға яуап бирә. Бында 700-ҙән ашыу спортсы йөрөй ала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостанда гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Рәсәй Спорт гимнастика федерацияһы вице-президенты, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Светлана Хоркина әйтеүенсә, комплекс йәш спортсыларға яңы мөмкинлектәр аса. Ул Гимнастика үҙәгенә юғары баһа бирҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         2018 йылда Ульяновскиҙа “Рәсәй – спорт державаһы” форумы барышында Өфөнән 7 йәшлек Даша Крутько Владимир Путинға мөрәжәғәт итә һәм спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы үтенә. Президент Өфөлә Гимнастика үҙәге төҙөргә ҡарар итә.