Башҡортостан ҡотҡарыусылары яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күнекмәләрҙә ҡатнашты

Унда 300-ҙән ашыу кеше, 68 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡотҡарыусылар йылғала боҙ тығылыу сәбәпле һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған халыҡты эвакуациялау тәртибен ҡабатланы. Республикала йылғалар боҙҙан әрселде, күлдәр һәм быуалар ҙа асыла башланы. Шуға балыҡсыларға боҙға сығыу тыйыла. Команда-штаб күнекмәләрендә һыуҙа бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыу алымдары ла ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн күнекмәләр барышында урман янғындарын һүндереү алымдары ҡабатлана.