Башҡортостанда быйыл ҡара сиңерткәләрҙең күпләп үрсеүе көтөлә

Быға былтырғы ҡоролоҡ һәм климат үҙгәрә барыуы ла сәбәпсе. Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов әйтеүенсә, бөжәктәрҙең циклдан тыш, барлыҡҡа килеүе борсоуға һала.

Ғәҙәттә, ҡоротҡостар үрсеү циклына ярашлы күпләп оса башлай. Шуға күрә сәсеүлектәрҙе һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе әленән үк хәстәрләнергә тейеш. Бөгөн баш ҡалала Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенә ҡараған илдәр вәкилдәре фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса форумға йыйылды. Кәңәшмәлә күтәрелгән төп темалар тураһында Айнур Кәбиров.

Италияныҡы, Себерҙеке, аҡ һыҙатлыһы, ҡара ҡанатлыһы, хатта тәрелеһе. Үлән араһында ҡоротҡостарҙың ниндәй генә төрө юҡ. Республиканың көнъяҡ райондары былтыр ҡара сиңерткәләр һөжүменә дусар булды. Ғәҙәттә, уларҙың өлгөрөү циклы ете-һигеҙ йылға һуҙылһа, үткән йылдың аномаль яҙы бөжәктәрҙең иртә өлгөрөүенә булышлыҡ иткән.

Фараздар быйыл да ҡыуаныслы түгел. Шуға күрә ҡоротҡостарҙы ҡарышлауыҡ мәлендә юҡ итеп ҡалыу хәйерлерәк, ти белгестәр. Әгәр бер квадрат метр майҙанға 10-12 сиңерткә ҡарышлауығы тура килгән осраҡта иҡтисади зыян күреү сиге иғлан ителә. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгестәре әле үк ҡара сиңерткәләрҙе асыҡлау һәм ағыулау эшен башлаған. Ярай ҙа химикаттар сит илдеке түгел.

Келәттәрҙә етерлек химикаттар бар. Әгәр белгестәр ҡарышлауыҡтарҙың күпләп үрсегән ерен асыҡлай икән, шундуҡ барып, ағыулап эшкәртеп китәбеҙ. Ошо рәүешле ҡара сиңерткәләр популяцияһын күпкә кәметәбеҙ. Әлбиттә, тулыһынса юҡҡа сығарып булмай, шулай ҙа был маҡсатҡа ынтылырға тейешбеҙ. Сөнки ҡоротҡостар былай ҙа ыҙалап үҫтергән ашлыҡты күпләп юҡҡа сығара.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Ҡара сиңерткәләргә ҡаршы көрәште башҡа төбәктәр менән синхронлаштырыу мотлаҡ. Сөнки ҡоротҡостарҙы бер урында юҡ итеп, икенсе ерҙә ҡалдырыу һөҙөмтә бирмәй. Шуға күрә фитомониторинг хеҙмәтенең беренсе халыҡ-ара форумына элекке союздаш илдәр белгестәре лә саҡырылған. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт тә, ундағы ҡоротҡостар менән көрәш тә үҙгәрә. Һөҙөмтәлә түңәрәк өҫтәлгә сығарып фекер алышырлыҡ уртаҡ мәсьәләләр ҙә байтаҡ.

Ҡара сиңерткәләр барлыҡҡа килгәс кенә уларҙы юҡ итеү алымынан системалы стратегияға күстек. Хәҙер беҙ ҡоротҡостарҙың үрсеүен йыл әйләнәһенә күҙәтәбеҙ. Тәүге фараздарҙы декабрь айында уҡ алабыҙ. Яҙ көнө иһә был күрһәткестәр теүәлләнеп бөжәктәрҙе ағыулау сараларын күрәбеҙ. Был алым күпкә һөҙөмтәлерәк.

Александр Малько, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге директоры

Рәсәйҙә ҡара сиңерткәләр үрсеү урындары һуңғы ун йылда 5 миллион гектарҙан 1 миллион ярым гектарға тиклем кәмегән. Әммә, мәсьәлә киҫкен ҡала. Форумда бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенә ингән илдәр ҡатнашлығында эшсе төркөм төҙөп ҡоротҡостар менән көрәш алымдарын яңыртыу һәм бөжәктәр барлыҡҡа килеү хәүефе тыуған осраҡта берҙәм эш итеү тураһында килешелде.

Айнур Кәбиров