«Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы Рәсәй машина төҙөүселәре ойошторған «Асыҡ турникеттар» акцияһында ҡатнаша.Уның сиктәрендә мәктәп уҡыусылары, студенттар ойошмаға килеп производство менән таныша.
Алюминий сәнске һәм ҡалаҡтар, өҫтәл лампалары, тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән сәйнүктәр, газ плитәләре – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер улар тик музей экспонаттары. Был әйберҙәрҙең үҙебеҙҙә – Өфөләге «Гидравлика» предприятиеһында етештерелгәнен, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә әле. Башҡортостанға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ржев ҡалаһынан эвакуацияланған заводтың үҫеш тарихы менән музейында танышырға мөмкин. Бында ваҡытында хатта уйынсыҡтар эшләнгән.
Ойошма «Асыҡ турникеттар» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Уның сиктәрендә Өфө ҡалаһының 96-сы лицейының 9-сы синыф уҡыусылары предприятие менән таныша. Сара йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.
Рәсәй машина төҙөүселәре уҙғарған акция быйыл 17 апрелгәсә дауам итә. Һуңғы йылдарҙа пандемия сәбәпле ул онлайн булған.
Предприятие «Технодинамика» холдингы составында «Ростех» дәүләт корпорацияһына инә. Сәнәғәт предприятиеһында әле ике меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Үҫеш юлындағы производствоға эшсе ҡулдар етешмәй.
16 апрелдә Гидравлика вакансиялар йәрминкәһе ойоштора. Эш эҙләүселәрҙе хеҙмәт биреүсе сәғәт ундан бергә тиклем көтә.
Рәмилә Исмәғилева