Сарала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе өсөн яуаплы власть органдары вәкилдәре, ресурс менән тәьмин итеүсе һәм идарасы компаниялар етәкселеге сығыш яһаны. Белгестәр халыҡты күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүгә бәйле федераль ҡануниәткә индереләсәк үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Осрашыуҙа тармаҡтағы киҫкен мәсьәләләр күтәрелеп, уларҙы хәл итеү юлдары ла барланды.
Форум сиктәрендә махсуслаштырылған күргәҙмә ойошторолдо. Рәсәй төбәктәренән 36 компания ҡала мөхитен уңайлыраҡ итеү, төҙөкләндереү сифатын күтәреү буйынса яңы технологиялар, төҙөлөш материалдары, инженер системалар тәҡдим итте. Әйтәйек, Белорет районындағы предприятие спорт ҡорамалдары менән сит ил баҙарын да яулап өлгөргән.
Гөлназ Хәйбуллина