Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙары 31 кешегә артты

Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Урал Искәндәров юғары уҡыу йорттары студенттарына тантаналы шарттарҙа таныҡлыҡ тапшырҙы. Йәштәр ирекле нигеҙҙә йәмәғәт контроле алып барасаҡ.

Инспектор булараҡ улар хоҡуҡ боҙоуҙарҙы фотоға йә видеоға төшөрөп, күҙәтеүсе органдарға тапшыра ала. Экологик мәҙәниәтте күтәреү буйынса мәғрифәтселек эшендә лә әүҙем ҡатнашыу мотлаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина