Республика клиник дауаханаһының диагностика бүлегенә яңы УЗИ аппараты алынды

Заманса медицина техникаһы организмдағы тайпылыштарҙы теүәлерәк асыҡларға ярҙам итә. Табиптар аппараттарҙа эшләүҙең уңайлыраҡ һәм еңелерәк булыуын билдәләй. Мәҫәлән, ҡарындағы сабыйҙың органдары үҫешен, кескәй генә деталдәрҙе лә күрергә мөмкин. Ҡорамалдар акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлешендә диагностикала киң ҡулланыласаҡ.

Был аппарат КТ һәм МРТ-ны ла алмаштыра. Органдарҙағы шештең ябай йәки яман булыуы күренә, был иһә пункция эшләмәй генә диагноз ҡуйырға булышлыҡ итә.

Татьяна Добрейкина, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының УЗИ бүлеге мөдире

Рәмилә Исмәғилева