Ошо уңайҙан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында фәнни-ғәмәли конференция үтте. «Евразия киңлегендә мәҙәни-ара диалог» тип исемләнгән ғилми сарала республиканан тыш, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр юғары уҡыу йорттары педагогтары, студент-аспиранттарҙың сығыштары тыңланылды.
Рәшит Закир улын юҡҡа ғына башҡорт халҡының рухи бағанаһы тип атамайҙар. Әҙиптең һәр әҫәре тыуған ере һәм туған теленә эскерһеҙ һөйөү менән һуғарылған. Ул бик күп әҙәби йыйынтыҡтар һәм ғилми хеҙмәттәр авторы. Тап тәүге белеме нигеҙендә Рәшит Шәкүр тәүҙә геология өлкәһенә, һуңынан география, тарих һәм туған тел мәсьәләләренә иғтибар итә. Көньяҡ Уралдың ер-һыу атамаларын ныҡлап өйрәнә.
Азат Ғәлиуллин