Башҡорт тамбуры тылсымы сағылдырған китап

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сираттағы баҫманың исем туйы үтте. Яңы китап традицион башҡорт комплекты миҫалында ҡайып сигеү сәнғәтенә арналған һәм бер үк ваҡытта күләмле фәнни эш тә булып тора. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Нәфисә Солтанова Көҙәй ырыуы ҡыҙы. Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә ҡараған боронғо башҡорт ҡәбиләһе вәкиле халыҡ традицияларын халыҡҡа еткереү буйынса әүҙем эш алып бара.

Нәфисә Хәмзәфәр ҡыҙының ҡул эштәре традицион милли кейем комплектына ҡоролған. Алъяпҡыс-күлдәктәрҙең барыһы ла тамбурлы йәғни ҡайып сигелгән. Үҙенсәлекле милли нағыштар Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан яңы баҫмаға тупланды. Ошо уңайҙан бөгөн китаптың исем туйы үтте. Төплө ғилми эҙләнеүҙәр нигеҙендә нәшер ителгән баҫма тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ҡул эштәре оҫталары, дизайнерҙарға тәғәйенләнгән.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә йыл һайын 200-ләп баҫма донъя күрә. Уларҙың күбеһе уҡыусылар һорауы буйынса нәшер ителә. Башҡорт тамбуры тураһындағы китап та был смәнғәтте төплө өйрәнергә теләүселәр мөрәжәғәте буйынса әҙерләнгән. Китап быға тиклем донъя күргән фәнни хеҙмәттәр һәм ғилми экспедициялар һөҙөмтәләренә таянып яҙылыуы менән дә әһәмиәтле.

Азат Ғәлиуллин