Башҡортостан баҡсасылар һаны буйынса илдә етенсе урында тора: 1 мең ярым самаһы баҡсасылыҡ ширҡәте теркәлгән, 500 меңдән ашыу кешенең баҡсаһы йәки дачаһы бар. Тармаҡҡа быйыл 100 миллион һум бүленә. Республика Башлығы Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында шул турала белдерҙе. Аҡса электр менән тәьмин итеү һәм юлдар һалыуға тотонола. “Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең барыһы ла һөҙөмтәле эшләмәй, шуға тәртип урынлаштырыу шарт”, - ти Рәсәй Баҡсасылар берлегенең республика бүлексәһе етәксеһе Ринат Миһранов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн “Торатау” Конгресс-холы янындағы майҙанда сауҙа ойошторолдо. Унда орлоҡ, баҡса кәрәк-яраҡтары, үҫенте һәм ашламалар һатыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБаҡса кәрәк-яраҡтары һатыу иртәгә лә дауам итә.