Бөгөн Ишембай районы ойошторолоуға 85 йыл тулды

1937 йылдың 20 мартында донъя күргән ҡарар нигеҙендә Башҡортостанда 6 яңы район барлыҡҡа килә: Байҡыбаш, Воскресенский, Ишембай, Ҡандра, Матрай һәм Покровский. Ишембай районына Маҡар районы һәм Стәрлетамаҡ районынан Наумовка ауыл советы ерҙәре бүленеп бирелә. Яңы райондың үҙәге итеп Ишембай эшселәр ҡасабаһы ҡалдырыла. Район Ағиҙел йылғаһының урта ағымында, уң яҡ ярҙа урынлашҡан, майҙаны 4 мең 106 квадрат километр. Ишембай ҡалаһы һәм районында 88 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе башҡорттар һәм рустар.