Бөгөн Өфөлә легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол турниры үтте. Ярыштың төп бүләге – Күсмә Кубок баҫма матбуғат саралары командаһына тапшырылды. Команда капитаны Илгиз Ишбулатов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТурнирҙа Бөтә Рәсәй телерадиотапшырыуҙар компанияһының Башҡортостан филиалы командаһы икенсе урын алды, өсөнсө урында эстрада йондоҙҙары алды. "Юлдаш" радиоһынан коллегаларыбыҙ - 4-се, Башҡортостан "Юлдаш" телевидеиеһы командаһы 5-се урынға лайыҡ булды. Ярышты “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, Бөтә Рәсәй телерадиотапшырыуҙар компанияһының Башҡортостан филиалы, Журналистар берлеге ойошторҙо. Союз рәйесе Вәдүт Исхаҡов белдереүенсә, волейбол кубогы радио, телевидение һәм матбуғат баҫмаларын берләштергә булышлыҡ итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт