Быйыл Башҡортостанда баҡсасылыҡты үҫтереүгә 100 миллион һум аҡса бүленә

Финанс ярҙам ширҡәттәрҙә юлдарҙы төҙөкләндереү, электр тәьминәтенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров «Смарт-баҡсасы» тип исемләнгән беренсе республика баҡсасылар форумында иғлан итте. Сара сиктәрендә төбәктә старт аласаҡ яңы пилот проект тураһында ла һүҙ барҙы. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфө лимонарийынан тыш, тиҫтәгә яҡын ауыл хужалығы кооперативы, совхоз продукцияһы. Бөгөн «Торатау» Конгресс-Холлы алдындағы майҙан ҙур баҡсаны хәтерләтте. Йәшелсә, сәскә орлоҡтары, органик ашламалар һәм ер эшкәртеү ҡорамалдары халыҡ иғтибарына сығарылды. Бай күргәҙмә менән республика етәкселеге лә танышты. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы әҙерләгән экспозицияла иңкештәр, вирусһыҙ картуф урын алһа, Стәрлетамаҡ питомнигы коллективы көршәктәрҙә тиҫтәгә яҡын емеш ағасының үҫентеләрен тәҡдим итте.

Башҡортостанда баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең артыуы күҙәтелә, ширҡәттәрҙең һаны ғына мең ярымға еткән. Биш йөҙ меңгә яҡын кешенең ҡала ситендә дачаһы, ер участкаһы бар. Бөгөн йүнселдәрҙең бер өлөшө «Смарт-баҡсасы» тип исемләнгән беренсе республика форумында ҡатнашты. Осрашыуға улар ҙур өмөттәр бағлап килә, сөнки оҙаҡ йылдар борсоған һорауҙарҙы власть органдары менән берлектә хәл итергә ваҡыт.

Баҡсасылар ширҡәттәрендәге трансформатор, электр линиялары тулыһынса тиерлек эшлектән сыҡҡан. Даими рәүештә техник хеҙмәтләндереү, капиталь ремонт йә селтәрҙәрҙе алмаштырыу талап ителә. Шулай уҡ юл инфраструктураһын яҡшыртыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә. Быйыл ике төп проблеманы хәл итеүгә республика ҡаҙнаһынан йөҙ миллион һум аҡса бүленәсәк. Был турала Радий Хәбиров үҙ сығышында билдәләне. Финанс ярҙам ширҡәттәргә илткән юл участкаларын төҙөкләндереүгә, электр селтәрҙәрен яңыртыуға йүнәлтелә.

Һуңғы йылдарҙа республикала баҡсасылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тарафынан тейешле ҡанун сығарылды, власть органдары вәкилдәренән ведомство-ара комиссия ла ойошторолдо. Әйткәндәй, Башҡортостан федераль пилот проект ҡатнашыусыһы ла буласаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәте менән төбәктә баҡсасылыҡты камиллаштырыу буйынса системалы эш алып барыуға килешеү төҙөнөк. Республика етәкселеге был йүнәлешкә бик етди ҡарай. Шуға ил буйынса пилот проект иң яҡшыһы буласаҡ тип иҫәпләйем.

Олег Валенчук, Рәсәй баҡсасылар берлеге рәйесе

Форумдың пленар өлөшөндә баҡсасылыҡтың төп үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Киләһе йылдарҙа ширҡәттәргә күрһәтеләсәк матди ярҙам күләмен арттырыу ҡаралған. Шулай ҙа бында баҡсасыларҙың да әүҙем булыуы мотлаҡ.

Сара сиктәрендә баҡсасылар һалым инспекторҙары, юристарҙан бушлай консультация алды. Шулай уҡ улар урында уҡ сүп-сар йыйыу буйынса төбәк операторҙары менән килешеү төҙөнө.

Смарт-баҡсасы форумы иртәгә лә дауам итә. Түңәрәк өҫтәлдәрҙә баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүҙә хоҡуҡи нигеҙҙәр, инфрастуктура, хәүефһеҙлек һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Күләмле сарала ҡатнашыусыларға ошондай бланктар ҙа тапшырылған. Йәшниктә тармаҡты яҡшыртыу буйынса мөрәжәғәт, тәҡдимдәр ҡалдырырға мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина