Был турала республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов хәбәр итте. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, һуңғы өс айҙа төбәктә тауар һөтө етештереүе ике тапҡырға артып, 182,1 мең тонна тәшкил иткән. БЮТ каналының ижади төркөмө Мәләүез районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы вәкилдәре менән аралашып, һөҙөмтәлелектең сәбәптәрен асыҡланы.
«Ашҡаҙар» агропредприятиеһындағы яңы комплекс өсөнсө йыл эшләп килә. Әле бында 1268 һауым малы аҫрала, былтырғы һан менән сағыштырғанда, был 220 башҡа күберәк. Өс йыл барышында тәүлек уртаса һауым күләме лә, һөттөң ҡуйылығы ла артҡан.
Һөт етештереү күләменә төрлө факторҙар йоғонто яһай. Хатта, һауыу тәртибе лә. Малдың тороу урыны таҙа, ә аҙығы сифатлы булырға тейеш.
Предприятиеның мал аҙығы етештереү буйынса үҙ заводы бар. Бында бер сменала 50 тоннаға тиклем продукция әҙерләнә. Рапс, кукуруза һәм башҡа культуралар ошо бункерҙарға тултырылып, махсус рецепт буйынса мал аҙығы әҙерләнә. Төрлө малға - төрлө рецепт.
Агропредприятие биләмәһендә 4 ферма. Инвестиция проекты буйынса 2000-гә яҡын тоҡомло мал алына. Һөҙөмтәлә етештерелгән аҡ продукция күләме 35 процентҡа арта. Быйыл беренсе кварталда 15 процентҡа артыу күҙәтелә. Йыл һуңына тиклем 400 башҡа иҫәпләнгән өҫтәмә һауыу залы сафҡа ингәндә, ферма ҡеүәте артырға тейеш.
Предприятие көнөнә 65 тонна аҡ продукция сығара. 1 тонна быҙауҙарға ҡалһа, ҡалғаны Мәләүез һөт-консерва комбинатына оҙатыла. Бында Евростандарт классына ҡараған юғары һөт етештерелә.
Рәзилә Ғиниәтуллина