Башҡортостанда бөгөн Милли кейем көнө билдәләнде

Ошо уңайҙан мәҙәни саралар республика район-ҡалаларынан тыш, Өфөнөң төрлө учреждениеларында ла киң билдәләнде. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле беренсе тапҡыр сәхнә костюмдарынан торған күргәҙмә ойошторһа, Мәжит Ғафури йорт-музейында бөрйәндәр сергетыш, аҫалы балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе.

Ә Башҡортостандың Милли музейында «Тамға» башҡорт милли кейем оҫталарының Халыҡ-ара конкурсында еңеү яулаусыларҙың эштәре киң тамашасыға сығарылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының Халыҡ-ара конкурсында еңеү яулаған эштәрҙең иң-иңдәре. Улар аша Оло Башҡортостандың ырыуҙар бүленешен төҫмөрләргә мөмкин. Мәҫәлән, яға, ҡушъяулыҡ, таҡыя менән булғаны Силәбе башҡорттарына хас. Ә был иһә Ҡурған өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең традицион милли кейем комплекты.

Конкурс еңеүселәренең ҡул эштәре Милли кейем көнө сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәгә махсус сығарылды. Килгән халыҡ традицион башҡорт кейемдәре менән танышып ҡына ҡалманы, оҫталарҙан кәңәштәр ҙә алды. Традицион милли кейем комплектының бөгөнгө хәле һәм киләсәгенә бәйле һорауҙар ҙа ситтә ҡалманы.

Ул Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән түңәрәк өҫтәл артында күтәрелде. Фольклор белгестәре, этнограф, дизайнерҙар традицион милли кейемдәрҙе һаҡлап ҡалыу юлдарын барланы.

Ә Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури йорт-музейында бөрйәндәр ҡыпсаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары өфөлөләргә быуаттар төпкөлөнән килгән сергетыш, йәғни, йылҡы япмаһын эшләү оҫталығы менән бүлеште. Йыр-бейеү менән үрелеп барған сара ваҡытында улар башланған аҫалы балаҫты тамамлап та ҡуйҙы.

Ғәскәровсылар башҡорт мираҫын тотош донъяға танытыусы легендар коллектив. Ә экспозицияға сығарылған сәхнә костюмдары аша милләттәр төрлөлөгө сағыу бер гөлләмә икәнлеген күрһәтте.

Азат Ғәлиуллин