Өфө ҡала мәҙәниәт һарайына – 40 йыл

Учреждение күркәм датаһын үҙ ҡанаты аҫтында тулланып уңышлы эшләп килгән 40-лап коллектив менән бергә ҙур сәхнәлә ҡаршыланы. Байрам уңайынан оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән музыканттарға һәм артистарға Өфө ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Өфө ҡала мәҙәниәт йорто баш ҡаланың сәнғәт донъяһында лайыҡлы урын биләй. Бында 5 йәшлек балаларҙан алып өлкән быуын вәкилдәренә тиклемге быуынға йыр, бейеү сәнғәте, фольклор менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырылған.

Гүзәл Борханова