Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн баҡсасылар форумында ошо турала белдерҙе. - Йыл һайын апрелдән октябргә тиклем "Башавтотранс" автобустары баҡса маршруттары аса. 59 маршрут булдырыла, һәр береһенә юл өсөн ташламалар ҡаралған. Паромдарға йыл һайын 150 мең билет һатыла, улар буйынса льгота юҡ. Шуға паромдарҙа ла "Алға" картаһы менән түләү мөмкинлеге булдырырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.