Радий Хәбиров Өфөлә йорт-биләмәләрҙе ҡараны

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров  Өфөлә  сәнәғәт предприятиелары,  спорт  объекттарын ҡараны,  биләмәләрҙе  төҙөкләндереү барышы  менән танышты.  Ул  Октябрь районында  "Башкирские  самоцветы" компанияһы  майҙансығын ҡараны.  Унда  Рәсәй  Геройы  Миңлеғәли  Шайморатов  һәйкәленә  колоннада  әҙерләнә. Радий  Хәбиров  эшселәргә  уңыштар теләне, һәйкәлдең быйыл 11 октябрҙә  асылырға  тейешлеге тураһында әйтте. Артабан, Республика  Башлығы  Зорге  урамында  күп  ҡатлы  йортта подъездар ремонтын ҡараны, унда  йәшәүселәр менән  әңгәмәләште.  Халыҡ  йорт ҡыйығына  ремонт эшләнмәүенә зарланды.  Радий  Хәбиров  Төбәк  операторына  быйыл уҡ  проблеманы  хәл итергә  ҡушты. Республика Башлығы  бөгөн  шулай  уҡ  Совет районында йорт яны биләмәләрен ҡараны,  "Башҡорт ихаталары" программаһы үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды. "Беҙ быйыл  Өфөләге  йорттарҙы  төҙөкләндереүгә  айырыуса  иғтибар итәбеҙ,  ҡаланың юбилейы  яҡынлаша.  Барыбер,  тәртипкә  килтерербеҙ, программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән",  тине  Радий  Хәбиров.