18 апрелдә «Сәләмәтлек поездары» Башҡортостан буйлап юлға сыға

Ул халыҡҡа ҙур клиникаларҙың табиптарында тикшереү үтеү мөмкинлеге бирә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһын 2019 йылда башланды.

Тикшереү сараһына ихтыяж ҙур булды, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы ла йылдан-йыл арта. Элеккесә, автопоездар составында күсмә флюорография эшләй, маммограф тикшереүе үтергә мөмкин. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәге табиптары һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ойошторған маршрут Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет район-ҡалалары буйлап үтә.

«Акция республиканың байтаҡ ауылдарын үҙ эсенә ала. Әлегә тәүге аҙнаға билдәләнгән расписание менән таныштырам. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем!» – тип яҙған Башҡортостан башлығы.